Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Учалы тау сәнәғәте колледжында “Транспорт һәм логистика” тигән йүнәлеш буйынса оҫтаханалар асыу тантанаһы булды. Мәғлүм булыуынса, оҫтаханалар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Йәш профессионалдар” федераль проектына ярашлы ойошторолдо.
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, ҡорамалдар менән йыһазландырыу һәм заманса оҫтаханалар асыу төбәк колледждарын үҫтереүгә ҙур этәргес бирә. Ләкин, иң мөһиме, урта һөнәри белем биреү ойошмалары менән эш биреүселәр араһында үҙ-ара мөнәсәбәттәр нығына.
Оҫтаханалар студенттарға дәрестәр үткәреү өсөн генә түгел, ә имтихандар һәм “Йәш профессионалдар” төбәк чемпионаттарына әҙерләнеү һәм уларҙы уҙғарыу, һөнәри йүнәлеш биреү сараларын ойоштороу өсөн дә файҙаланыласаҡ. Был инновациялы проект квалификациялы кадрҙар әҙерләүгә, белем сифатын яҡшыртыуға, эш биреүселәрҙең заказын үтәүгә, республиканың башҡа белем биреү ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештә колледж ресурстарын файҙаланыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/280028
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/280028