Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июль 2022, 10:30

Күптән көтөлгән шатлыҡ

Быйыл өргөндәргә ҙур шатлыҡ килде: ниһайәт, ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.

Күптән көтөлгән  шатлыҡ
Күптән көтөлгән шатлыҡ

Учалы районының Өргөн ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй.  Учалы ҡалаһы яҡын булыуы ла уңайлы: күптәр ҡалаға йөрөп эшләй, шәхси хужалыҡтарҙа етештергән  ит-һөт ризыҡтарын һәм башҡа тауарҙарҙы ҡала баҙарына алып барып һата.

Әммә һуңғы йылдарҙа урындағы халыҡты бер проблема борсой ине: үткән быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән медпункт үтә ныҡ иҫкергән, Учалы яҡтарының ҡырыҫ ҡыштарында унда түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ була, утын ғына яғып иҫке ағас бинаны бер нисек тә йылытып булмаған. Унан тыш, медицина йыһаздары, ҡорамалдар ҙа күптән яңыртылмаған.

Әммә быйыл өргөндәргә ҙур шатлыҡ килде: ниһайәт, ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды.  Уға һыу, йылылыҡ, электр үткәрелгән, заманса йыһазландырылған. Ошо көндәрҙә иһә ФАП-ты рәсми асыу тантанаһы уҙҙы.

Был ауылда ике тиҫтә йылға яҡын  фельдшер булып эшләгән Гүзәл Әхмәтйәнова был яңылыҡҡа бик шат.

 – Әлбиттә, йылы, яҡты, заманса йыһазландырылған бинала эшләүе күпкә күңелле лә, рәхәт тә. Үҙемдән бигерәк, оло йәштәгеләр, балалар өсөн шатланам. Юҡһа, ҡайһы саҡта уколға йөрөгән оло кешеләр байтаҡ ҡына сиратта ултыра, өшөп китә ине. Яңы ФАП-та бер йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн махсус бүлмә ҡаралған – был да шәп, сөнки бәләкәстәргә айырым хәстәр һәм иғтибар кәрәк, - ти Гүзәл Наил ҡыҙы.

Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырылған  ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (Национальный проект “Здравоохранение”) төп маҡсаттарының береһе – һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу. Программаның төп үҙенсәлеге - сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: