Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Июль 2022, 11:30

Затон юлындағы эштәр тамамлана

Өфөлә оҙонлоғо буйынса иң ҙур объект - Затон шоссеһы. Ремонтланасаҡ участканың дөйөм оҙонлоғо - 8,5 километр. Эштәр хаҡы - 196,5 миллион һум.

Затон юлындағы эштәр тамамлана
Затон юлындағы эштәр тамамлана

Өфөлә ил Президенты Владимир Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған  «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты (национальный проект «Безопасные и качественные дороги») сиктәрендә урам-юл селтәре объекттарын ремонтлау дауам итә. Өфөлә оҙонлоғо буйынса иң ҙур объект - Затон шоссеһы. Ремонтланасаҡ участканың дөйөм оҙонлоғо - 8,5 километр. Эштәр хаҡы - 196,5 миллион һум.

 –  Өфө - Башҡортостанда «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проектын тормошҡа ашырыу буйынса лидерҙарҙың береһе. Тап бында күп капитал талап иткән объекттар ғәмәлгә ашырыла, - ти Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Бөгөн фрезерлау буйынса эштәрҙең 90 проценты башҡарылған, уны ошо көндәрҙә тамамларға ниәтләйҙәр.  Унан һуң подрядсы ойошма асфальт түшәй башлаясаҡ. Ремонт тамамланғас, ҡала хеҙмәттәре горизонталь юл билдәләрен һыҙасаҡ. Төҙөлгән муниципаль контрактҡа ярашлы, эштәрҙе ағымдағы йылдың 30 октябренә тамамларға ниәтләйҙәр.

Бөгөн объектта 25-ләгән юл эшсеһе һәм 15 берәмек махсуслаштырылған техника эшләй. Подрядсы ойошма бүлеү һыҙатына өҫкө ҡатламды түшәй һәм юлды асфальт-бетон ҡатнашмаһынан тигеҙләй башлаған. Фрезерлау һәм асфальт түшәү эштәре осоронда урам-юл селтәре участкаһында мәғлүмәт таҡталары һәм билдәләр ҡуйылған. Водителдәргә тиҙлек режимын һаҡларға, юл билдәләренә һәм ҡоймаларға иғтибар итергә кәрәк.

Әйткәндәй,  Ленин районында «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә Нижегородка биҫтәһендәге тағы ике объект тәртипкә килтерелә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото:  transport.bashkortostan.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: