Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2022, 09:00

Бер музыка мәктәбенең уңыштары

Сәнғәт мәктәптәре йүнәтелеп кенә ҡалмай, уларҙың матди-техник базаһы ла яңыртыла.

Бер музыка мәктәбенең уңыштары
Бер музыка мәктәбенең уңыштары

Дыуан районының Мәсәғүт ауылы балалар музыка мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн быйылғы яҙ ҙур әһәмиәткә эйә булды. «Мәҙәниәт» милли проектының (национальный проект “Культура”) «Мәҙәни мөхит» федераль проектына ярашлы, уҡыу йортона рояль, фортепиано, баян һәм уҡыу әсбаптары бирелгән.

Музыка мәктәбе директоры Эллада Феденева шатлығын йәшермәй: «Мәҙәниәт» милли проекты Башҡортостан Республикаһында әүҙем тормошҡа ашырыла. Мәсьәләләрҙең комплекслы хәл ителеүе мөһим: сәнғәт мәктәптәре йүнәтелеп кенә ҡалмай, уларҙың матди-техник базаһы ла яңыртыла. Балалар һәм уҡытыусылар өсөн был ижади идеяларҙы тормошҡа ашырыуҙа яңы мөмкинлектәр бирә».

Юғары сифатлы, заманса музыка ҡоралдары Мәсәғүт балалар музыка мәктәбе уҡыусыларына Өфө сәнғәт училищеһының 100 йыллығына арнап үткәрелгән халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусыларҙың Николай Инякин исемендәге VI Асыҡ республика конкурс-фестивалендә ҡатнашырға форсат биргән. 6-сы баян класы уҡыусыһы Тимофей Чашин II дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ, Максим Хәбибов дипломант булған. Шулай уҡ баян класы уҡытыусыһы Йәмил Мозафиндың хеҙмәте лә билдәләнә – ул лауреат әҙерләгәне өсөн дипломға лайыҡ була.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: “Башинформ”.

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: