Дәүләкән районы ветерандарының ҡала һәм район советы "Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм" социаль туризм программаһы буйынса өлкән быуын вәкилдәренә экскурсия ойошторҙо. Ул дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путин иғлан иткән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы башҡарылды. Экскурсияға барыусылар Башҡортостандағы иң ҙур күл Асылыкүлгә, Шарлама шарлауығына һоҡланған, Балҡантауҙы күргән.
Өлкән туристарҙы Дәүләкән тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Массар Мөхәммәтйәнов тәбиғәт һәм тарихи ҡомартҡылары менән таныштырған.
Мәкәш ауылында ҡатнашыусылар башҡорт мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлегенә эйә була – оҫталыҡ дәресендә ҡатнашалар, төрлө күргәҙмәләрҙе ҡарайҙар.
Экскурсияға барыусылар, бындай саралар тормошто сағыу тәьҫораттар, тыуған яғыбыҙ тураһында белем менән менән байыта, тип тәьҫораттары менән уртаҡлаша.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: vk.com/davlekanovskii_adm