Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2022, 10:30

Милли туристик маршруттар билдәләнә

Ай башынан Башҡортостанда милли туристик маршруттарҙы билдәләү ҡағиҙәләре сафҡа инде.

Милли туристик маршруттар билдәләнә
Милли туристик маршруттар билдәләнә

Ай башынан Башҡортостанда милли туристик маршруттарҙы билдәләү ҡағиҙәләре сафҡа инде. Уларға ярашлы, “милли” статусына эйә булыр өсөн, туристик маршрут мөһимлек, комплекслылыҡ, перспективалылыҡ, көнүҙәк тигән шарттарға яуап бирергә, танылып торорға тейеш. Ниндәй ҙә булһа маршрутты милли туристик йүнәлешкә индерер өсөн, заявка башта экспертиза үтә һәм алда аталған билдәләргә яуап биреү-бирмәү яғынан ҡарала.

Бынан тыш, бындай маршруттар тематик йүнәлешле булырға, илдең бер йәки бер нисә субъекты биләмәһенән үтергә мөмкин, тип тә билдәләнә. Милли туристик маршрутта навигация һәм туристарға йүнәлеш биреү системаһы булдырылырға, полиграфия, ул шулай уҡ сувенир продукциялары менән тәьмин ителергә тейеш.

Милли туристик маршруттарҙы билдәләү Туризм буйынса федераль агентлыҡҡа (Ростуризмға) йөкмәтелә. Был эш Рәсәй Президенты В.В. Путиндың май указына ярашлы барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы”н (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") тормошҡа ашырыу айҡанлы башҡарыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: avtodispetcher.ru

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: