Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Июль 2022, 11:00

Тәтербашта – модулле ФАП

Фельдшер-акушерлыҡ пунктын бөтә кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу көтөлә.

Тәтербашта – модулле ФАП
Тәтербашта – модулле ФАП

Дәүләт башлығы В.В. Путин тарафынан иғлан ителгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы (национальный проект “Здравоохранение"), бәләкәй ауылдар халҡына беренсел медицина ярҙамы ваҡытында күрһәтелергә тейеш. Ошо маҡсатты тормошҡа ашырыр өсөн, Стәрлебаш районының Тәтербаш ауылында модулле ФАП төҙөлә.

Был – районда бер йыл эсендә маҡсатлы проект ярҙамында төҙөлгән өсөнсө ФАП. Тиҙҙән Мортаза ауылында дүртенсе фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү ҙә башланырға тейеш.

Шулай итеп, быйыл Стәрлебаш районында дүрт ФАП асылыуы көтөлә. Уларҙың икәүһе – Һарайҫа һәм Йәшергән ауылдарында стандарт проект буйынса төҙөлгән. Был объекттарҙа төҙөлөш-монтаж эштәре тулыһынса тамамланған. Бөтә кәрәкле дарыуҙар һәм ҡорамалдар ҙа килтерелгән. Бөгөнгә уларҙың биләмәләрен күркәмләндереү эштәре алып барыла. Иң мөһиме – яңы төҙөлгән медицина учреждениеларында медицина эшмәкәрлеге алып барыуға лицензия алыу көтөлә.

Тәтербаш ауылындағы модулле ФАПты төҙөү быйылғы май аҙағында башланған. Әле шул уҡ “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ярҙамы арҡылы фельдшер-акушерлыҡ пунктын бөтә кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү һәм ҡорамалдар менән йыһазландырыу көтөлә.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ, фото: bash.news

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: