Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ-ара стандарттарға ярашлы йыһазландырылған Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы оҫтаханаларында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект "Демография") “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” федераль проекты буйынса уҡыуҙар башланды. Уны колледж уҡытыусылары – Worldskills эксперттары үткәрә. Эшҡыуарлыҡ оҫталығын үҫтереү темаларын өйрәнеү өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәге белгестәре лә саҡырыла.
– Былтырғы менән сағыштырғанда “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” проектына үҙгәрештәр индерелде. Быйыл 35 йәшкә тиклемге кешеләрҙе уҡытыуға ҙур иғтибар бирелә. Ғариза биргәндәрҙең конъюнктураһы төрлө, колледждар һәр кешегә ҡулай программаны һайларға ярҙам итә. Уҡыуҙы үткәндәр йомғаҡлау аттестацияһында алған белемен һәм компетенцияһын күрһәтә”, – тине Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Әле 24 кеше “Тегенсе” һәм “Парикмахер” һөнәрҙәре буйынса белем ала; “График дизайн нигеҙҙәре”, “Дөйөм һәм кадрҙар эше“ программалары буйынса квалификацияһын күтәрә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: education.bashkortostan.ru/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/281106