Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2022, 13:30

Прокуратураның эше менән таныштылар

Прокурор урынбаҫары ошо дәүләт органы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

Прокуратураның эше менән таныштылар
Прокуратураның эше менән таныштылар

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, йәштәрҙең әһәмиәтле һәм ихтыяж булған өҫтәмә белем биреү программаларынан тиң файҙаланыуын тәьмин итеү, һәр баланың һәләттәрен асыҡлау һәм алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреү буйынса эш алып барыла.

Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Бергә” район ирекмәндәр хәрәкәте сираттағы һөнәри йүнәлеш биреү экскурсияһында булды. Был юлы улар Ҡалтасы районы прокуратураһына юлланды. Прокурор урынбаҫары ошо дәүләт органы эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.

“Осрашыу бик файҙалы булды, йәштәр прокурор һәм юрист эшенең үҙенсәлеге менән танышты, юриспруденция өлкәһендә уңышҡа өлгәшеү өсөн серҙәрен асыҡланы. Прокуратурала эш йөкмәткеле һәм бик ҡатмарлы. Балаға алдан уҡ һөнәри йүнәлеш биреү киләсәкте күҙалларға ярҙам итә”, – тине йәштәр менән эшләү буйынса белгес Илнара Әхмәтханова.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/281669

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/281669

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: