Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Июль 2022, 15:25

Юл торошо социаль-иҡтисади хәлгә бәйле

Тәтер-Арыҫлан – Өсөгән-Әсән – Айтуған – Шарлыҡ автомобиль юлы ремонтлана.

Юл торошо социаль-иҡтисади хәлгә бәйле
Юл торошо социаль-иҡтисади хәлгә бәйле

Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” өҫтөнлөклө милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин белдереүенсә, милли проекттарҙың (национальные проекты) һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу. 

Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә айырыуса етди иғтибар бүлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.

Мәҫәлән, Стәрлебаш районының Тәтер-Арыҫлан – Өсөгән-Әсән – Айтуған – Шарлыҡ автомобиль юлында ремонт эштәрен “Башкиравтодор” акционерҙар йәмғиәте былтыр башлағайны. Шул шатлыҡлы, бында эштәр йылдам алып барыла. Был ара 2,3 километрға һуҙылған.

– Юлсыларға әҙ генә эш йүнәлеше бирһәң, хатта планды арттырып үтәргә әҙерҙәр, – тип һөйләй участка бригадиры. – Һәр кемдең кәйефе күтәренке, юл төҙөлөшө өсөн кәрәкле материалдар ваҡытында килтерелә, өҙөклөктәргә юл ҡуйылмай. Киләһе көндәрҙә лә эш темпын һүрелтмәҫкә ине.

Һандарға күҙ һалайыҡ. Юл төҙөлөшө 33,5 миллион һумға төшә, тинеләр. Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бында эштәр август айына хәтлем дауам итәсәк.

Алда телгә алыуыбыҙса, был юл үрҙә аталған ауылдарҙы асфальт юл менән тоташтырасаҡ.

Стәрлебаш юл төҙөү-ремонтлау участкаһы идаралығы хеҙмәткәрҙәре ошо яуаплы бурысты үтәй. Бөгөн уңғандар юлға ике ҡат асфальт түшәй, артабан инде юлдың ике яғын нығытыу буйынса эштәр алып барыласаҡ. План буйынса, юл һыҙаты ла һалынасаҡ.

Участка бригадирының һүҙҙәренә ҡарағанда, барыһы ла ижтиһад һала һәм шуға күрә лә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә, ҡушылған заданиены ваҡытында үтәй.  

– Әлбиттә, юлдарҙы тәртипкә килтереү – мөҡәддәс бурысыбыҙ, водителдәр асфальт түшәлгән тигеҙ юлдан йөрөргә тейеш, – тип һөйләй Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. – Уйлауымса, юлдарҙың яҡшы торошо, заманса юл-транспорт селтәре урындағы халыҡтың именлегенә генә түгел, шулай уҡ тотош райондарҙың социаль-иҡтисади хәленә лә бәйле.

Виктор Жульков һөйләүенсә, киләсәккә тағы ла етди бурыстар ҡуйылған. Улар һәр саҡ алға ҡарап йәшәй һәм эш итә, республикабыҙ илебеҙ төбәктәре араһында алдынғылыҡты бирмәҫкә тейеш.

Фото: www.semiestrel.ru

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: