Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный поект “Жилье и городская среда”) нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау” республика программаһына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 117 йортта 362 подъезды ремонтлау күҙаллана.
Иглин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, күп фатирлы 12 йортта 27 подъезд төҙөкләндерелә. Ремонтты подряд ойошмаһы –“СТМ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте яһай.
Эш барышында ишек, тәҙрәләрҙе, радиоэлемтә, телефон һәм почта йәшниктәрен яңыртыу, иҫке лампочкаларҙы энергияны һаҡлай торған яңы яҡтыртҡыстарға алмаштырыу, баҫҡыстарҙы, яндауырҙарҙы төҙөкләндереү, беренсе ҡатҡа плитә түшәү, кабелдәрҙе пластик менән ҡаплау, стеналарҙы буяу, аҡлау күҙаллана.
Әйткәндәй, күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәр дөйөм йыйылышта ниндәй эштәрҙе башҡарыу кәрәклеген, подъездағы төҫтәрҙе үҙҙәре һайлай.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/282000
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/282000