Бәләбәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, социаль контракт төҙөү кеүек ярҙам күрһәтеү дауам итә. Йыл башынан алып Бәләбәй районында 15 кеше социаль контракттан файҙаланған.
Дәүләттән ошондай адреслы социаль ярҙам һөҙөмтәһендә Бәләбәй ҡалаһында йәшәгән Римма Ноғоманова “Дебют” тигән шәхси шахмат мәктәбен асҡан. Ул ошо интеллектуаль спорт төрө менән бала саҡтан уҡ мауыға. Адреслы социаль ярҙам нигеҙендә бүленгән аҡсаға йүнсел компьютер, өҫтәлдәр, шахмат сәғәттәре, һатып алған. Башта ҡуртымға алынған бәләкәй генә бүлмәлә кескәйҙәр менән шахмат серҙәрен өйрәнгәндәр, һуңыраҡ иркенерәк бүлмәгә күскәндәр. Әле иһә шахмат мәктәбенә йөрөгәндәр уңышҡа өлгәшә. Әйткәндәй, шахматсыларҙың иң кесеһенә биш йәш.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: belebey-mr.ru/press/news/7833/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/282128