Башҡортостан
-11 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Балалар программалаштырыу телдәрен үҙләштерә ала

Уҡыу түләүһеҙ, проект федераль бюджеттан субсидиялана.

Балалар программалаштырыу телдәрен үҙләштерә ала
Балалар программалаштырыу телдәрен үҙләштерә ала

Башҡортостандағы Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, VIII – XI класс уҡыусылары ике аҙналыҡ түләүһеҙ курс үтеп, заманса программалаштырыу телдәрен үҙләштерә ала. Уҡыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының “(национальный проект “Цифровая экономика Российской Федерации”) “ИТ тармағының кадрҙар ҡеүәтен арттырыу” федераль проектына ярашлы федераль бюджеттан субсидиялана.

– Тиҙҙән Дәүләт хеҙмәттәре порталында тест үтеү мөмкинлеге тыуасаҡ. Уның һөҙөмтәләре буйынса белем кимәле билдәләнә һәм уҡыусы тейешле курсҡа яҙыла аласаҡ, – тип белдерҙе дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министры урынбаҫары Динар Шәрәфетдинов. – Курстар математика һәм информатика буйынса төп мәктәп программаһына өҫтәмәне тәшкил итеп, ИТ специальносын үҙләштереү мөмкинлеген бирәсәк.

Программа 36 академик сәғәтлек дүрт модулдән торасаҡ. Онлайн тәртибендә, шулай уҡ төбәктәге белем биреү майҙансыҡтарында туранан-тура уҡырға була. Был майҙансыҡтарҙы проекттың операторы – “Университет-2035” һайлап ала.

Заманса программалаштырыу телдәренә уҡытыуға субсидия биреү ҡағиҙәләре Рәсәй Хөкүмәте тарафынан раҫланды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/282717

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/282717

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в