Халыҡ мәҙәниәтен үҫтереү һәм уны глобаль мәҙәни киңлеккә сығарыу, мәҙәни сараларҙы ябай кешегә яҡыныраҡ итеү, уны мәҙәни ҡиммәттәр булдырыуҙа ҡатнаштырыу мәсьәләләре дәүләтебеҙ етәксеһе В.В. Путиндың 2018 йылдың май указында раҫланған күп һанлы милли проекттарҙың береһе – “Мәҙәниәт” проектының (национальный проект “Культура”) маҡсаттарына ла тап килә. Ошо айҡанлы Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылында Ҡырҡөйлө-меңдәр ырыуы башҡорттары йыйыны" үтте.
Борондан Мең ырыуы вәкилдәре Дим ярҙарында һәм уның ҡушылдыҡтарында, хәҙерге Дәүләкән районы биләмәһендә йәшәгән. Байрамда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар башҡорт халҡының көнкүреше һәм традицион йәшәү рәүеше менән танышты, Мең башҡорттарының милли аш-һыуын тәмләп ҡараны.
Байрам төрлө милли, күңел асыу уйындары, спорт ярыштары, милли көрәш бәйгеһе, ижади коллективтар концерты менән үрелеп барҙы. Йыйын төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе.
“Башҡорт халҡы мәҙәниәте, туған телебеҙ – милли мираҫыбыҙ, боронғо һәм уникаль хазинабыҙ. Быларҙың барыһын да беҙгә көс биргән төп мәҙәни билдә булараҡ һаҡларға һәм балаларға тапшырырға тейешбеҙ. Коллективтарға, етәкселәргә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә туған мәҙәниәтте пропагандалағандары өсөн ҙур рәхмәт!" – ти Руслан Зәкиров.
Сараның маҡсаты – башҡорт халҡының милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, Мең ырыуы башҡорттарын берләштереү; башҡорт халҡының рухи тормошон байытыу, милли йолалар һәм уйындар менән таныштырыу.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: Дәүләкән районы хакимиәте, фотолар - райондың "Бәйләнештә"ге төркөмөнән.