Өфөнөң 21-се ҡала дауаханаһы “Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге”, 1-се поликлиника һәм Булгаков табиплыҡ амбулаторияһының паллиатив ярҙам буйынса патронаж хеҙмәте өсөн өс кислород концентраторы алды. Был приборҙар “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы алынды.
Кислород концентраторы – медицина кислородын пациентҡа һауалағыға ҡарағанда артығыраҡ миҡдарҙа илтеүҙе тәьмин итеүсе махсус аппарат. Уның бурысы – ҡанды кислородҡа байыҡтырыу, шулай уҡ тын алыу етешмәүсәнлеген иҫкәртеү һәм дауалау. Яңы концентраторҙар файҙаланыуҙа бик уңайлы: энергияны аҙ тотона, тауыш кимәле түбән, хатта төндә лә ҡулланырға мөмкин.
– Яңы концентраторҙар минутына 10 литрға тиклем кислород бирә. Бик мөһим приборҙар. Улар респиратор ярҙамына мохтаж пациенттарға кислород терапияһы үткәрергә ярҙам итәсәк, – тип фекере менән уртаҡлашты 21-се ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән, пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцион мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: prodoktorov.ru