“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын (национальный проект " Жилье и городская среда") тормошҡа ашырыу сиктәрендә za.gorodsreda.ru берҙәм федераль платформаһында төҙөкләндереүгә тейешле йәмәғәт биләмәһен һайлау буйынса тауыш биреү уҙғарылды. Граждандарҙан йыйылған тауыш һанына ярашлы (6533 берәмек), күпселек тауыш менән киләһе йылда йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереүҙе тормошҡа ашырыу өсөн еңеүсе асыҡланды. Был - райондың Асҡар ауылында “Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү (сәхнә, балалар майҙансығы).
Асҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Әғзәмов һүҙҙәренә ҡарағанда, “Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү бер нисә өлөшкә бүленгән : “Бөгөнгө көнгә беренсе этап тамамланыу алдында, элекке котлован урынына пляж һәм пикник зонаһы эшләнә. Туғыҙ меңдән ашыу халҡы булған район үҙәге өсөн, ниһайәт, һыу инеү өсөн йыһазландырылған урын барлыҡҡа киләсәк. Подрядсыға сифатлы эш өсөн рәхмәт белдерәбеҙ, ә беҙҙең дөйөм бурыс – булғанды һаҡлау”.
Киләһе йылға мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереүҙең икенсе этабы ниәтләнә. Ҙур балалар майҙансығы һәм сәхнә ҡороу планлаштырыла. Балалар майҙансығы ауылда бик тә кәрәкле. Шуныһы ҡыуаныслы, балалар тиҙҙән төҙөкләндерелгән, хәүефһеҙ биләмәлә үҙҙәренең тиҫтерҙәре менән уйын уйнап ваҡыттарын үткәрер. Бынан тыш йәйге каникулға ауылға олатай-өләсәйҙәренә ҡайтҡан балалар өсөн дә был матур бүләк.
“Ҡурай” мәҙәниәт һәм ял паркын булдырыу – ауыл халҡының да ҡаҙанышы, сөнки улар дәррәү рәүештә тап ошо биләмәне төҙөкләндереү өсөн тауыш бирҙе.
Бындай саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы алып барыла.
фото:abzelil.com
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан