Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Июль 2022, 10:30

“Күптән көтә инек...”

400-ҙән ашыу пациентҡа фельдшерҙар Нәзиә Ғәниева һәм Нәфисә Ильясова медицина ярҙамы күрһәтәсәк

“Күптән көтә инек...”
“Күптән көтә инек...”

Стәрлебаш районында бер юлы ике фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Беренсеһе Һарайҫала булһа, икенсеһе –  Йәшергән ауылында. Был пункт та “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы төҙөлдө.  Тантаналы ваҡиғаға ҡунаҡтар ҙа күп йыйылды. Һәр береһе  ауылдаштарҙы оло байрам менән ҡотлап, объектты төҙөүгә өлөш индергән кешеләргә рәхмәт белдерҙе.

400-ҙән ашыу пациентҡа фельдшерҙар Нәзиә Ғәниева һәм Нәфисә Ильясова медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Киң иркен бинала пациенттарҙы ҡабул итеү, процедуралар яһау, тикшереү үткәреү кабинеттары, персонал бүлмәһе бар. Һыу менән тәьмин итеү һәм йылытыу системалары булдырылған.

–Айырыуса  өлкәндәр өсөн яңы пункт мөһим, хәҙер улар уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ, – ти Салауат ҡалаһының баш табибы Илшат Яппаров.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә  һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.

”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһының маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән  халыҡ өсөн.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: