Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июль 2022, 12:45

“Көҙәй ере”

Көҙәй ырыуы советы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығында тарихи-мәҙәни экскурсия ойошторҙо.

“Көҙәй ере”
“Көҙәй ере”

“Көҙәй ере” исеме аҫтында Көҙәй ырыуы советы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы булышлығы менән тарихи-мәҙәни экскурсия ойошторҙо. Сараның маҡсаты – Көҙәй ырыуы тарихын популярлаштырыу һәм йәмәғәтселекте ырыуҙың тарихи биләмәһе менән таныштырыу. Сара Рәсәй Президенты В. Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы үткәрелгән.

Экскурсия барышында Нуриман районының Иҫке Күл ауылында "Иҫке Күл – Көҙәй ырыуы башҡорттарының боронғо ауылы" стелаһы асылды. Делегация Яңы Күл ауылы мәҙәниәт йортондағы «Көҙәй» башҡорт мәҙәниәте үҙәгендә лә булды.

Ҡунаҡтар һәм делегаттар милли кейем, ҡулланма-биҙәү сәнғәте күргәҙмәләре менән танышты. Сарала ҡатнашыусылар Түбәнге Ләмәҙ ауылындағы мәктәп музейында булды, Силәбе өлкәһенең Минйәр, Ҡатау-Ивановск ҡалалары, Салауат районының Әлкә ауылы, музейҙарында, Ҡытаутамаҡ ҡалаһы китапханаларында, Тәкәй ауылы урынында булды. Музейҙарға башҡорт ырыуҙары карталары тапшырылды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ, фото: bash.news

Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас: