Рәсәй Федерацияһында “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) уңышлы бойомға ашырыла. Рәсәй Президенты Владимир Путин белдереүенсә, милли проекттарҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты – граждандарҙың тормош кимәлен яҡшыртыу, халыҡҡа йәшәйештә уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Башҡортостан етәкселеге лә был йүнәлешкә етди иғтибар бүлә. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты нигеҙендә төрлө уй-пландар тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, Өфө ҡалаһының ҡайһы ғына өлөшөн алма, бөтә урында ла юлдарҙы ремонтлайҙар. Ошо көндәрҙә юлсылар Кемеров урамының (Комаров урамынан алып Новоалександровка шоссеһына хәтлем) ҡатмарлы юл участкаһын тулыһынса ремонтлап бөттө. Ысынлап та, хәҙер был юл танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе.
Беҙгә хәбәр итеүҙәренсә, ошо 610 метр арауыҡтағы юлда эштәрҙе уңғандар графиктан алда тамамлаған. Юлға сифатлы итеп асфальт түшәүҙән тыш, юл ситенә таш һалғандар, әле кешеләр яңы тротуарҙан йөрөп шатлана, шулай уҡ юл һыҙаты ла алыҫтан балҡып күренә.
Әйткәндәй, йәмғеһе миҙгел аҙағына тиклем 17 юл участкаһын ремонтлау күҙ уңында тотола, Ибраһимов бульварын да ҡушып иҫәпләгәндә, уның оҙонлоғо – 22 километр. Бөгөн-иртәгә тамамланырға тейешле юл участкалары түбәндәгеләр – Салауат Юлаев проспекты, Суворов (Кремль урамынан Ҡулса урамына хәтлем), Менделеев (генерал Горбатов урамынан алып Обск урамына тиклем), Саҡмағош урамдары, быларҙан тыш, Өфө районының Черкассы ауылына алып барған юл (Саҡмағош урамынан алып ҡаты-көнкүреш ҡалдыҡтары боролошона хәтлем).
– Эшселәрҙең уңғанлығы һоҡландыра, әҙ генә маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәһәң, хатта планды арттырып үтәргә әҙерҙәр, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлаша участка мастеры Өлфәт Аҡкөбәков. – Бөтәһе лә эшенә яуаплы ҡарай, һәр кемдең кәйефе яҡшы, юл төҙөлөшө өсөн кәрәкле материалдар ваҡытында килтерелә, өҙөклөктәргә юл ҡуйылғаны юҡ. Киләһе көндәрҙә лә эш темпын һүрелтмәҫкә тип уйлайбыҙ.
Юлсы Вадим Кәримовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, улар ижтиһад һалғас һәм дәртләндереү булғас, эштәр шыма ғына бара. Үҙ эшен яҡшы беләләр, ҡушылған заданиены ваҡытында үтәйҙәр.
– Әлбиттә, юлдарҙы тәртиптә тотоу– мөһим бурысыбыҙ, водителдәр асфальт түшәлгән тигеҙ юлдан йөрөргә тейеш, – тип һөйләй Башҡортостан транспорт һәм юл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Виктор Жульков. – Элекке ваҡыт артта тороп ҡалды, юлдар торошона иғтибарҙы көсәйтеү һәр йәһәттән дә отошло.
Фото: www.semiestrel.ru
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан