Ҡалтасы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Ҡалтасы ауылында төҙөкләндерелгән яр буйын асыу тантанаһы булған. Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһына ярашлы, Кооператив урамындағы яр буйын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы быйыл майҙа башланғайны.
Эш халыҡтың 2021 йылда йәмәғәт биләмәләрен һайлау буйынса тауыш биреүҙә әүҙем ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә башҡарыла. Ул осорҙа дүрт аҙна эсендә Бөтә Рәсәй тауыш биреү сараһында Ҡалтасы районынан 1800-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Унда Ҡалтасы һәм Күтәрем ауылдарындағы яр буйын төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттары тәҡдим ителгәйне. Иң күп тауышты район үҙәге проекты йыйҙы.
“Ҡалтасы йылылыҡ селтәрҙәре” эште өҙлөкһөҙ башҡарҙы. Быйыл бында йәйәүлеләр зонаһы барлыҡҡа килде, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, иҫке шишмә тәртипкә килтерелде. 2023 йылда төҙөкләндереү буйынса планға яр буйындағы биләмәһендәге декинг һәм балалар майҙансығы индерелгән.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/283785
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/283785