Төҙөлөш материалдары етештереү – эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн мөһим тармаҡтарҙың береһе. Бындай материалдарға һәр саҡ ихтыяж бар, өлкәлә конкурентлыҡ ҡеүәһе лә юғары. Әле биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә ҙур иғтибар бирелә, парктар һәм ихаталарҙа уңайлыҡтар барлыҡҡа килә.
Сибай ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шәхси эшҡыуар Юлиә Глухова “Төҙөлөш материалдары (плитә, кирбес) һәм бәләкәй архитектур һындар етештереүҙе ойоштороу” проектын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Производство Сибайҙың Таһиров урамында урынлаша. Әле бында техника өлөшләтә һайланған, аҡса күсерелгән. Комплексты ремонтлау буйынса саралар планлаштырылған. “Сифатлы продукция етештереү предприятиеға ҙурыраҡ баҙарҙарға сығырға мөмкинлек бирәсәк”, – тигән фекерҙә йүнсел.
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә шәхси эшҡыуарға ҡорамалдарға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға Сибай ҡалаһы хакимиәтенән субсидия бирелде.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/283713
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/283713