Милли проекттар
9 Июль 2022, 03:30

Балалар ялда саҡта ремонт тулы ҡеүәттә бара

Мәләүез районында ауыл мәктәптәрендә тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге үҙәктәр ойошторола.

Балалар ялда саҡта ремонт тулы ҡеүәттә бараБалалар ялда саҡта ремонт тулы ҡеүәттә бара
Балалар ялда саҡта ремонт тулы ҡеүәттә бара

Мәләүез районында ауылдарҙа тәбиғи-ғилми һәм технологик йүнәлештәге үҙәктәр ойошторола. Бындай һәйбәт мөмкинлек ”Заман мәктәбе” төбәк проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән.

“Мәғариф” милли проектында Мәләүез районы мәктәптәре 2019 йылдан ҡатнаша. “Үҫеш нөктәһе” программаһы буйынса Ергән, Нордовка, Воскресенск, Һарыш һәм Беренсе май ауылдары мәктәптәрендә мәктәп мебелдәре яңыртылған, технология, информатика, ОБЖ кабинеттары өсөн виртуаль ысынбарлыҡ системаһы, 3D-принтерҙар, компьютерҙар, квадрокоптерҙар, тренажер-манекендар һәм башҡа уҡытыу йыйылмалары һатып алынған.

2021 йылда Дарьино, Нөгөш, Корнеевка ауылдары мәктәптәрендә химия, физика, биология кабинеттары ремонтланған, заманса ҡорамалдар, һанлы лабораториялар менән йыһазландырылған.

Быйыл “Үҫеш нөктәһе” проекты буйынса Смаҡ, Көнсығыш, Һамар-Ивановка һәм Александровка ауылдары мәктәптәрендә биология, химия, физика кабинеттары яңыртыла.

Балалар каникулда ваҡытта мәктәптәрҙә ремонт эштәре тулы ҡеүәттә бара. Яңы уҡыу йылында уҡыусылар яңыртылған һәм заманса кабинеттарҙа белем аласаҡ.

Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.

Фото: iuruzan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас