

Быйыл “Асҡын урман хужалығы” учреждениеһы “Экология” милли проекты сиктәрендә урман питомнигынан тыш, теплицаға шыршы һәм ҡарағай ултыртыуҙы ойошторған. Уның ҙурлығы – 7х18м. Бында 40 мең орлоҡ сәселгән.
"Федераль ҡануниәткә ярашлы, урманға ултыртылған дөйөм ағас үҫентеләренең 20 проценты ябыҡ тамыр системаһы менән булырға тейеш. Уның йәшәп китеүе асыҡ теплицаға ҡарағанда күпкә юғарыраҡ", – тип билдәләй Асҡын урман хужалығы начальнигы Мөнир Низамов.
Республиканың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов теплицала эште ойоштороу менән танышты. Ул эргәһендә кәм тигәндә тағы бер ҡоролма ҡуйырға кәңәш итте. Эш шунда: киләһе йылдың яҙына үҫентеләрҙе ултыртыу материалы буйынса ихтыяждар өсөн тотош район буйынса 60 мең самаһы үҫенте кәрәк. Ағымдағы йылда теплицаға сәселгән материал талапты әлегә ҡапламай. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, киләһе яҙҙа ҡарағай үҫентеләре генә ултыртыласаҡ, шыршы - ике йылдан ғына.
"Көҙ тағы бер теплицаның каркасын ҡуйырға планлаштырабыҙ, унда киләһе йыл яҙ ултыртыласаҡ", – тине Мөнир Мөхтәр улы.
Район хакимиәте башлығы Динис Йосопов менән Марат Искәндәр улы шулай уҡ урман питомнигын ҡараны. Бында бер гектарҙан ашыу майҙанда бер, ике, өс йыллыҡ шыршы, ҡарағай үҫентеләре үҫтерелә. Дөйөм иҫәбе – 500 дананан ашыу. Бөгөнгә төп проблема - утау һәм шытымдарҙы тәрбиәләү өсөн эшсе көстәрҙең етмәүе. Динис Рәдис улы колледж менән килешеү буйынса студенттарҙы саҡырырға, шулай уҡ мәктәп урмансылығы эшен тулы көскә үҫтерергә тәҡдим итте.
Марат Искәндәр улы урман питомнигында мәктәп бүлексәһен булдырырға – өс йәшлек үҫентеләрҙе ҙур ағастарға тиклем арттырырға кәңәш итте. Төп маҡсаты – районды йәшелләндереү, республика муниципалитеттарына һатыу. Уларға шулай уҡ зәңгәр шыршы, пирамида кеүек тирәк һәм йүкә сәсергә тәҡдим ителгән.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты (национальный проект “Экология”) Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: stroy-podskazka.ru