

Стәрлебаш районының Һарайҫа ауылында яңы заманса фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге эвеноны яңыртыу программаһына ярашлы тормошҡа ашырылды. Тәүге медицина ярҙамын 214 кеше аласаҡ, шул иҫәптән 34 бала.
Яңы медицина пунктында фельдшер Зәриә Иҫәнғужина пациенттарҙы хеҙмәтләндерәсәк. Ул бында күптән үҙ кеше, 34 йыллыҡ хеҙмәт стажы бар. ”Бындай уңайлы шарттарҙа медицина ярҙамын күрһәтеү минең өсөн ҙур бүләк булды. Тимәк, медицина ярҙамының сифаты ла яҡшырасаҡ, унан файҙаланыу мөмкинлеге лә артасаҡ”, – тип һөйөнә фельдшер.
Заманса ФАП тейешле ҡорамалдар, кәрәк-яраҡ менән тәьмин ителгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа, социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологиялары индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу программаһы маҡсаты – сифатлы һәм һәр кем файҙаланырлыҡ медицина ярҙамы күрһәтеү, шул иҫәптән төпкөлдә, бәләкәй тораҡтарҙа йәшәгән халыҡ өсөн.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан