Милли проекттар
10 Июль 2022, 05:30

Әбйәлилдә балыҡ үрсетәсәктәр

“Агростартап” ярҙамында хужалығыңды үҫтереүгә дәүләттән биш миллионға тиклем финанс ярҙамы алырға мөмкин.

Әбйәлилдә балыҡ үрсетәсәктәрӘбйәлилдә балыҡ үрсетәсәктәр
Әбйәлилдә балыҡ үрсетәсәктәр

Әбйәлил районының өс фермеры “Агростартап” грантын алып үҙ проекттарын тормошҡа ашыра.

Билдәле булыуынса, “Агростартап” программаһы ярҙамында хужалығыңды үҫтереүгә дәүләттән биш миллион һумға тиклем финанс ярҙамы алырға мөмкин. Был сумма Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы финанслашыу шарты нигеҙендә бирелә.

Фермер үҙ хужалығын асыу һәм уны үҫтереү өсөн күпме аҡса кәрәк буласағын билдәләй, шул сумманың туҡһан процентын дәүләт ҡаплай, ҡалған ун процент сығымдарҙы иһә эшҡыуар үҙе күтәрә.

Әбйәлил районынан Светлана Кинйәбулатова, Әғзәм Насырйәнов грант аҡсаһына балыҡ үрсетәсәк, ә Айбулат Солтанов һыйыр аҫраясаҡ. Был хаҡта "Абзелил" район гәзите сайтында хәбәр ителде.  

Фото: bash.news

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас