Милли проекттар
11 Июль 2022, 06:30

Аҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡ

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" райондарҙа йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә.

Аҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡАҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡ
Аҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡ

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектының “Эшҡыуарлыҡ алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү” төбәк проекты буйынса урындарҙа үҙ эшен асҡан йүнселдәргә ҙур иғтибар бүленә. 

"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" - бизнес һәм власть араһындағы координация советы ултырыштары - йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеп кенә ҡалмай, ә хакимиәт башлыҡтары менән берлектә төбәктең иҡтисади, инвестиция мөмкинлектәрен барлауға ла үҙ өлөшөн индерә.

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аҙна һайын үткән "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә был юлы Фидан Бикташев Аҡъяр ауылында быяла пакеттар етештереү цехын асыу буйынса үҙ проектын тәҡдим иткән. Йүнселгә бизнес-проектын тормошҡа ашырыу өсөн бина төҙөүгә участка кәрәк.

Фидан Бикташев үҙенең пландары хаҡында ентекле таныштырған һәм ултырышта ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап биргән. "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"ндә ҡатнашыусылар был инвестиция проектына дәүләт ярҙамы күрһәтеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләйәсәген һәм эшҡыуарға дәүләт ярҙамы биреү өсөн программаларҙы барлаясаҡтары хаҡында белдергән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Аҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡ
Аҡъярҙа яңы етештереү цехы асыласаҡ
Автор:Карима Усманова
Читайте нас