Милли проекттар
11 Июль 2022, 08:05

Вәлимә Хәсәнова 90 йәшен билдәләне

“Әсәлек даны”, “Хеҙмәт ветераны”, “Һуғыш балалары” миҙалдары, “Тыл ветераны” билдәһе менән бүләкләнгән  Вәлимә Әхмәтдин ҡыҙы биш ул һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткән.

Вәлимә Хәсәнова 90 йәшен билдәләнеВәлимә Хәсәнова 90 йәшен билдәләне
Вәлимә Хәсәнова 90 йәшен билдәләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин иғлан иткән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) сараларын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында йәшәгән оҙон ғүмерлеләрҙең олпат юбилейҙарын билдәләү,  уларҙы ҡотлау матур йолаға әйләнгән.

Ошо көндәрҙә үҙенең 90 йәшен билдәләгән Вәлимә Хәсәнованы юбилейы менән Йылайыр район хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов һәм Йылайыр ауыл биләмәһе хакимиәте етәксеһе Александр Годуленко ҡотларға килгән.

Анновка ауылында йәшәгән Вәлимә Әхмәтдин ҡыҙы үҙенең 90 йәшлек оло юбилейын 28 ейән-ейәнсәре, 38 бүлә-бүләсәре, бер тыуаһы һәм балалары араһында ҡаршы ала. Шундай оло юбилейы менән ҡотлап, уға балалары именлек кенә теләп ҡалмай, ә һәйбәт кешеләр итеп үҫтергәне, оло тормош юлына аяҡ баҫтырғаны, эшкә өйрәткәне һәм уларға атай ҙа, әсәй ҙә урынына булғаны өсөн сикһеҙ рәхмәтен дә белдерә.

– Беҙҙең районда оло быуын вәкилдәрен өйҙәренә барып ҡотлау, бүләкләү кеүек матур йола бар. Һеҙҙе лә бөгөнгө матур байрамығыҙ – 90 йәшлек оло юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Ауыр бала саҡ йылдарын күргән һеҙҙең быуын бөгөнгө йәшәйешебеҙҙең, киләсәгебеҙҙең, яҡты, тыныс булыуына ҙур өлөш индергән. Һеҙҙең фиҙакәр хеҙмәтегеҙ, башҡарған эштәрегеҙ өсөн рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, – тине Борис Николаевич.

Вәлимә Әхмәтдин ҡыҙы 1932 йылдың 1 июлендә Ҡаҙырша ауылында донъяға килә, еңел булмаған бала сағы ла ошо ауылда үтә. Ауыр һуғыш йылдарына тура килгән йәш кенә ҡыҙҙың хеҙмәт юлы 13 йәшлек сағында уҡ башланып китә. Колхозда көтөү көтә, ә ҡыш айҙарында һарыҡ малын бағыу менән булыша, үгеҙ егеп ҡырҙа баҫыу һөрөү эше лә тап улар иңендә була.

Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, зарланмай йәшәгән ағинәй бөгөн ҡыҙы Миңзәлә һәм кейәүе Ғәле менән бергә көн итә. “Әсәлек даны”, “Хеҙмәт ветераны”, “Һуғыш балалары” миҙалдары, “Тыл ветераны” билдәһе һәм бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән Вәлимә Әхмәтдин ҡыҙы. Биш ул һәм биш ҡыҙға ғүмер бүләк иткән инәй бөгөн дә балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, ярҙамын тойоп матур, етеш тормошта йәшәй. Ҡәҙерле әсәләрен оло юбилейы менән ҡотларға йыйылған балалары “әсәй” тип өндәшә алыуҙары менән бәхетле. Вәлимә Әхмәтдин ҡыҙына һәм уның балаларына иҫәнлек-һаулыҡ, имен тормош теләйбеҙ!

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” (национальный проект “Демография”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото Борис Мелкоедовтың “Бәйләнештә” социаль селтәренән алынды.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Карима Усманова
Читайте нас