Милли проекттар
11 Июль 2022, 04:30

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"

“Үҫеш нөктәһе” –  ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың белем мөмкинлектәрен күпкә киңәйтергә ярҙам итә, профессиональ кимәлдә тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүгә юл аса.

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"
Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республиканың күп райондарының белем биреү учреждениеларында “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә Хәйбулла районының  Яңы Ергән ауылының урта мәктәбендә «Үҫеш нөктәһе» булдырыу буйынса эштәр башланды. Яңы белем биреү үҙәге шарттар булдырасаҡ һәм тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге төп һәм өҫтәмә программалар буйынса белем биреү эшмәкәрлеген бойомға ашырыу өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк. «Заманса мәктәп» федераль проекты сиктәрендә яңы заманса ҡорамалдар: һанлы лабораториялар, механика, робот техникаһы ҡайтарылды. "Үҫеш нөктәһе" үҙәген асыуға тулы әҙерлек бара.

 “Үҫеш нөктәһе” үҙәген  булдырыу маҡсаты – ауыл ерҙәрендә һәм бәләкәй ҡалаларҙа урынлашҡан  дөйөм белем биреү ойошмаларында белем сифатын күтәреү өсөн шарттарҙы камиллаштырыу, тәбиғи-фәнни һәм технология йүнәлешендәге  уҡыу предметтарын үҙләштереүҙә уҡыусыларҙың мөмкинлеген киңәйтеү, шулай уҡ “Физика”, “Химия”, “Биология”  предметтары буйынса уҡыу материалын нығытыу  күҙ уңында тотола.

“Үҫеш нөктәһе” –  ауыл мәктәбендә белем алған балаларҙың белем мөмкинлектәрен күпкә киңәйтергә ярҙам итә, профессиональ кимәлдә тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүгә юл аса.

Сығанаҡ һәм фото: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"
Яңы Ергән ауылы мәктәбендә - "Үҫеш нөктәһе"
Автор:Карима Усманова
Читайте нас