

Архангел районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы йүнсел Светлана Вәлиева Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙенсәлекле проект тәҡдим иткәйне.
Идея икенсел сеймал ҡабул итеү пунктын асыуға ҡоролғайны. “Пластикты, полиэтиленды, быяла тараны, ҡағыҙҙы ҡәҙимге сүп-сар бактарына ташламай, айырым йыйып, пункттарға алып барырға мөмкин. Икенсел сеймалды тапшыраһың да, бының өсөн махсус штрихкод алаһың, уны проектҡа ҡушылған магазиндарҙа теләгән тауарға алмаштыраһың“, – ти Светлана Рәмил ҡыҙы. Тәҡдим “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә хуплау тапты.
Һәм бына, ниһайәт, икенсел сеймал ҡабул итеү пункты ишектәрен асты. Пунктҡа пластик шешәләр, быяла тара, макулатура тапшырып, уларға “икенсе һулыш” бирергә мөмкин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/274696
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/274696