Милли проекттар
12 Июль 2022, 03:00

Сентябрҙә тамамланырға тейеш

Төҙөкләндереләсәк участканың дөйөм оҙонлоғо 3,3 саҡрым тәшкил итә.

Сентябрҙә тамамланырға тейешСентябрҙә тамамланырға тейеш
Сентябрҙә тамамланырға тейеш
Республикала Стәрлетамаҡ - Стәрлебаш - Федоровка юлдарын төҙөкләндереү дауам итә.
 
Был эште "Башкиравтодор" акционерҙар йәмғиәте алып бара. Төҙөкләндереләсәк участканың дөйөм оҙонлоғо 3,3 саҡрым тәшкил итә.
 
Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләүенсә, башҡарылған ремонт эштәренең сифатына айырым иғтибар бүленә. "Милли проект объекттарында эштәр башҡарыу өсөн күп баҫҡыслы контроль ойошторолған, уны тәүҙә подряд ойошмалары үҙҙәре, һуңынан заказсы, артабан Федераль юл агентлығы белгестәре тикшерә", - ти ул.
 
Тиҙҙән бында асфальттың икенсе ҡатламын һала башлаясаҡтар. Шулай уҡ билдәләр ҡуйыла. Эштәрҙе быйыл сентябрҙә тамамлау планлаштырылған, графиктан артта ҡалыу юҡ, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Транспорт министрлығынан.
 
Билдәле булыуынса, был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған "Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар" милли проектына (национальный проект "Безопасные качественные дороги") милли проектына ярашлы алып барыла.
 
Фото: Башҡортостан Транспорт министрлығының матбуғат хеҙмәте.
 
 
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас