

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы, Әбйәлилдә Илфат Төлкөбаевтың "Ғимранташ эко-этнопаркы" проекты тормошҡа ашырыла.
Экотуризм - бөгөн киң таралған ял төрө. Илфат Төлкөбаевтың глэмпингы Ғимранташ шарлауығы янында урынлашҡан. Эшҡыуарҙың планында - 10 йорт төҙөү, эскәмйәләр, мангал зонаһы ҡуйыу, балалар майҙансығы эшләү, Әбйәлил районы буйлап йәйәүлеләр һәм һыбайлылар өсөн турҙар ойоштороу.
Глэмпингтың үҙенсәлеге шунда: эстә - заманса йыһаз, тышта - һоҡланғыс тәбиғәт. Ул беҙҙә яңыраҡ ҡына тарала башланы. Европала иһә күптән популяр. Уңайлылыҡ яратҡан талапсан туристарға ҡырағай тәбиғәттә ял итергә бынамын тигән мөмкинлек.
Фото: Әбйәлил районы хакимиәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан