Милли проекттар
13 Июль 2022, 07:30

Әлшәйҙәр кино ҡарай

14 - 22 йәшлектәр кинозалға “Пушкин картаһы” проекты буйынса индерелә.

Әлшәйҙәр кино ҡарайӘлшәйҙәр кино ҡарай
Әлшәйҙәр кино ҡарай

Әлшәй районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2020 йылдың декабрендә Раевка ауылының социаль-мәҙәни үҙәгендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, Үҙебеҙҙең кинематографияға социаль һәм иҡтисади ярҙам федераль фонды бүлгән аҡсаға кинозал асылғайны.

Хәҙер Әлшәй районы халҡы Рәсәй һәм сит ил кино премьераларын, яңылыҡтарын беренселәрҙән булып ҡарай ала. 14 йәштән алып 22 йәшкә тиклемгеләр кинозалға “Пушкин картаһы” проекты буйынса индерелә. 14 – 17 июлдә кинозалда “Йыһандан ҡасыу”, “Ҡоштар беҙҙең кеүек”, “Онотолған мөғжизә” кеүек видеофильмдар, йәнһүрәттәр, Пушкин картаһы буйынса “Булкалар” комедияһы, “Башня үсе” һәм “Асыҡ диңгеҙ. Тәрәнлек монстры” фильмдары күрһәтелә.

Заманса кинозал – ул мәғлүмәт һәм мәҙәни үҙәк кенә түгел, ә дуҫтар менән осрашыу, ҡыҙыҡлы ял итеү урыны ла. Репертуар ярайһы уҡ бай, һәр кем үҙенең зауығына тура килерҙәй фильм һайлай ала. Киносеанстарҙың теҙмәһен, акциялар һәм башҡа файҙалы мәғлүмәтте кинозалдың “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә табырға мөмкин.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/285165

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/285165

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас