

Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы Хөкүмәткә төбәктәр араһында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға субсидиялар бүлеү проектын ебәрҙе. Ошо эш һөҙөмтәһендә “Экология” милли проектының “Көнкүреш ҡалдыҡтары менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проекты буйынса 43 биләмәнең 2022 йылда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыу мөмкинлеге бар.
“Ил Президенты 2030 йылға көнкүреш ҡалдыҡтарын 100 процентҡа сортҡа бүлеүҙе тәьмин итеү һәм ергә күмеү күләмен ике тапҡырға кәметеү бурысын ҡуйҙы. Бының өсөн ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырабыҙ. Мөһим ҡарарҙарҙың береһе – төбәктәргә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуҙа ярҙам итеү. Әгәр уҙған йылда Хөкүмәт ошо маҡсатҡа бер миллиард һум бүлһә, 2022 йылда финанслау 50 процентҡа арттырылды. Субъекттар ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн 77 меңдән ашыу һауыт һатып алыу мөмкинлегенә эйә”, – тине Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министры Александр Козлов.
Аҡсаны бүлгәндә субъекттың сығым йөкләмәһен берлектә финанслауҙың сикке кимәле иҫәпкә алына. Мәҫәлән, Министрҙар кабинеты бойороғо проектына ярашлы, Башҡортостан өсөн федераль субсидия күләме 168,7 миллион һум тәшкил итәсәк, ә Ҡабарҙы-Балҡар өсөн – 66,5 миллион һум, Мордовияға – 20,1 миллион һум, Вологда өлкәһенә – 42,3 миллион һум, Иркутск өлкәһенә 45 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Субсидия алыу өсөн төбәктә етештереү һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән эш итеүҙең территориаль схемаһы, шулай уҡ ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы туплау тәртибе раҫланырға тейеш. Бынан тыш, субъектта ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса объекттар булыуы мөһим. Ул эштең тулы циклын - килтереү, сортҡа бүлеү, эшкәртеүҙе үҙ эсенә алырға тейеш. Әгәр улар юҡ икән, төбәк быйыл уҡ уларҙың булдырыласағын гарантияларға тейеш.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда 2022 йылда ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға субсидиялар күләмен 500 миллион һумдан 1,5 миллиард һумға тиклем арттырырға ҡарар ителгәйне.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бер нисә тапҡыр ябыҡ цикл иҡтисадына күсеүҙең мөһимлеген билдәләне. Сүп-сар реформаһы – тотош илдә алып барылған ҙур эш ул, тине дәүләт башлығы. Уның фекеренсә, быға тиклем, совет заманынан алып бер кем дә был йүнәлеш менән шөғөлләнмәгән.
2021 йылда Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы тәүгә сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға төбәктәргә бер миллиард һум бүлде. Һөҙөмтәлә 44 субъектта 62,8 мең заманса контейнер ҡуйылған.
Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән булдырылды.
Фото: belrn.ru
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан