Милли проекттар
14 Июль 2022, 06:30

Мәскәү белгестәре проектҡа баһа бирә

Делегация вәкилдәре эш сәфәрен Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы менән танышыуҙан башланы.

Мәскәү белгестәре проектҡа баһа бирәМәскәү белгестәре проектҡа баһа бирә
Мәскәү белгестәре проектҡа баһа бирә

Башҡортостанға эш сәфәре менән федераль белгестәр һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре килде. Делегация составында һаулыҡ һаҡлауҙың һанлы трансформация компетенциялар үҙәге етәксеһе урынбаҫары Юлия Машенок, Рәсәй төбәктәрендә берҙәм һанлы контур федераль проектын ойоштороу бүлеге етәксеһе урынбаҫары Анна Юшкова һәм федераль проектты ойоштороу бүлегенең баш белгесе Антонина Сафонова ла бар.  

Ике көн дауамында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект "Здравоохранение") һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур эшмәкәрлеге тикшерелә. Белгестәр медицина ойошмалары эсендәге функциональ процестарҙы ойоштороу һәм улар араһындағы медицина ярҙамын күрһәтеүҙәге бәйләнеш менән таныша. Мәскәү ҡунаҡтары Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһында эшләне. Аҙаҡ Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында, 46-сы поликлиникала, Республика кардиология үҙәгендә, Республика балалар клиник дауаханаһында, Республика клиник перинаталь үҙәгендә проекттың нисек тормошҡа ашырылыуы менән танышты.

Делегация Дүртөйлө үҙәк район дауаханаһында, Тәкәрлек фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшен дауам итәсәк. Шулай уҡ Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм Һәләкәттәр медицинаһы үҙәге, Республика клиник онкология диспансеры эшмәкәрлеге менән танышыу көн тәртибендә тора.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас