Милли проекттар
14 Июль 2022, 04:30

Ремонт алдараҡ тамамланды

Эш заманса технологияларҙы ҡулланып башҡарылды.

Ремонт алдараҡ тамамландыРемонт алдараҡ тамамланды
Ремонт алдараҡ тамамланды

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Оло Ҡуғанаҡ ауылында Стәрлетамаҡ – Красноусол юлы участкаһын ремонтлау ваҡытынан алдараҡ тамамланды.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) ярашлы 2,2 километрлыҡ юл участкаһы төҙөкләндерелде. Финанслау күләме 29,3 миллион һум тәшкил итә. Эш заманса технологияларҙы ҡулланып башҡарылды.

“Яңы технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә юл япмаһының сифаты яҡшыра, файҙаланыу ваҡыты арта", – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.

Мәғлүм булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу барышында быйыл Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында дөйөм оҙонлоғо 41 километрҙан ашыу төбәк һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге 16 юл участкаһы төҙөкләндерелә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/285604

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/285604

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас