

Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың указы менән раҫланған “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” һәм “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекттарына (национальные проекты “Туризм и индустрия гостеприимства” и “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) ярашлы, Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереүгә өҫтәмә рәүештә 31,5 миллион һумдан ашыу аҡса бүлергә ҡарар ителде.
“Төбәктең ыңғай туристик абруйын күтәреү ҙур әһәмиәткә эйә, ул уңайлы инвестиция мөхитен булдырыуға этәргес бирә, туризм тармағына капитал йәлеп итеүгә, шулай уҡ хеҙмәттәр һәм сауҙа өлкәһендәге эшмәкәрлекте әүҙемләштереүгә булышлыҡ ҡыла”, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
Бюджет ассигнованиелары Өфөлә күп функциялы өс визит-үҙәк төҙөүгә, шулай уҡ туристик микроавтобус һатып алыуға йүнәлтелә.
“Башҡортостан Республикаһы етәкселеге туристик мәғлүмәт үҙәктәрен асыуға айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Бындай үҙәктәрҙә юғары хеҙмәтләндереү сифаты туристарҙы күпләп йәлеп итеү мөмкинлеген бирә”, – тине эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/285769