Милли проекттар
15 Июль 2022, 05:30

Мөҙәристәр һөйөнөсө

Фельдшер Зарина Әминева ауылдаштарын хеҙмәтләндерәсәк. 

Мөҙәристәр һөйөнөсөМөҙәристәр һөйөнөсө
Мөҙәристәр һөйөнөсө

Өфө районының Мөҙәрис ауылында тантаналы шарттарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тәүге звеноны яңыртыу программаһына ярашлы сафҡа инде.

Яңы медицина учреждениеһын асыуҙа район хакимиәте башлығы урынбаҫары Люцина Ризуанова, 21-се ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев  һәм Михайловка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Гөлнара Исламова ҡатнашты. Етәкселәр ауылдаштарҙың һорауҙарына яуап бирҙе, яңы пункттың мөмкинлектәренә туҡталды.

Тәүге медицина ярҙамын 220 кеше аласаҡ, шул иҫәптән, 60 бала. Фельдшер Зарина Әминева ауылдаштарын хеҙмәтләндерәсәк. Медицина пункты бөтә заманса талаптарға яуап бирә, тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, инженер коммуникациялары үткәрелгән.

– Яңы бинала пациенттарға бик уңайлы буласаҡ. Интернетҡа тоташтырылыу фельдшерға электрон “больничный”ҙар биреү, телемедицина консультациялары үткәреү өсөн уңайлы,- тине 21-се ҡала дауаханаһының баш табибы Ринат Нагаев.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.

Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстарҙың береһе.

 ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас