Милли проекттар
15 Июль 2022, 06:40

Парк сентябрь аҙағына әҙер була

Ул дөйөм Рәсәй онлайн-тауыш биреү барышында һайлап алынғайны.

Парк сентябрь аҙағына әҙер булаПарк сентябрь аҙағына әҙер була
Парк сентябрь аҙағына әҙер була

Мәсетле рйоны хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы нигеҙендә районда проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итә. Әле Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Комета-спорт” ял һәм мәҙәниәт паркы (скейт-паркы) төҙөкләндерелә.

– Подрядсы – “Тепловик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте парк майҙанын тигеҙләү, бордюр таштары монтажлау менән мәшғүл. Ахыр һөҙөмтәләрҙе мәсетлеләр сентябрь аҙағында күрер, – ти райондың баш архитекторы Альвина Ахундова.

Яңы парк биләмәһендә скейт-майҙансыҡ, тротуарҙар, балалар өсөн уйын майҙансығы, яҡтыртҡыстар, спорт һәм башҡа ҡорамалдар барлыҡҡа киләсәк. Был объектты Мәсетле районы халҡы 2021 йылда 02.gorodsreda платформаһында дөйөм Рәсәй онлайн-тауыш биреү барышында һайлап алғайны.

Әлегә тиклем районда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдарында ял һәм мәҙәниәт парктары, ике ихата төҙөкләндерелде, авария хәлендәге торлаҡтан күскән кешеләр өсөн ике күп фатирлы йорт һалынды. Киләһе йыл район үҙәгендә үҙәк майҙанды яңыртыу күҙаллана. Ул йәмәғәт биләмәләрен һәм төҙөкләндереүҙең дизайн проекттарын һайлап алыу буйынса II Бөтә Рәсәй онлайн-тауыш биреүҙә еңеп сыҡҡайны.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mechetly.bashkortostan.ru/presscenter/news/468495/

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/286039

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас