

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң 7-се балалар музыка мәктәбе үҙенең 60 йыллығын билдәләй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы яһалған капиталь ремонт һөҙөмтәһендә яңыртылған бина учреждениеның юбилейына төп бүләк буласаҡ. Был эшкә 23 миллион һум аҡса йүнәлтелә.
Килешеүҙә ҡыйыҡты, фасадты, концерт залын һәм сәхнәне, эске биналарҙы ремонтлау, елләтеү, һыу менән тәьмин итеү, канализация, электр, йылытыу системаларын алмаштырыу ҡаралған. Июль башына ҡарата эшселәр беренсе ҡаттың, концерт залының, гардеробтың иҙәнен һүтеп алған, стеналарҙың, түшәмдең иҫке буяуын ҡырып төшөргән; стеналарҙы тигеҙләп, йөҙләүгә әҙерләгән; түшәмдең архитектура элементтарын эшләгән. Бынан тыш, икенсе ҡаттағы бүлмәләрҙә һүтеү эштәре һәм ҡыйыҡты ремонтлау башланған.
Килешеүгә ярашлы, 7-се балалар музыка мәктәбен быйыл дүртенсе кварталда файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: ufacity.info/press/news/466692.html
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/286242