

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы, М. Хәйретдинов исемендәге Үҙәк ҡала китапханаһында “Ҡояшты ҡабыҙ” клубында ҡатнашыусылар өсөн йөндән картиналар яһау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте.
Клуб етәксеһе Ольга Ғәбделхаҡова башта йөндән картиналар яһау сәнғәте тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, бындай техника буйынса яһалған картиналарҙа туҡымаға йөн бер нисә ҡатлам итеп һалына һәм һуңынан быяла менән ҡаплана. Ошо рәүешле быяла аҫтында сағыу, йәнле һәм күләмле һүрәттәр барлыҡҡа килә. Ижад өлгөләре бик сағыу килеп сыға.
Клуб ағзалары “Мәк сәскәләре” картинаһын бар күңелен һалып яһаны. Бындай дәрестәр артабан да дауам итәсәк, ти сараны ойоштороусылар.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/285202
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/285202