

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡалала канализация коллекторы төҙөлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша дюкерлы үткәүел өсөн әҙерлек эштәре башланды. Был “Затон-Көнсығыш” канализациялы насос станцияһынан алып ҡала канализацияһын таҙартыу ҡоролмалары майҙансығына тиклемге канализация коллекторы төҙөү проектының өсөнсө этабын тәшкил итә.
Үткәүел быйыл августа һалына башлай. Бының өсөн иң элек водолаздар йылғаның төбөн тикшерәсәк. Артабан йөҙгөс кран йылға төбөндә траншея ҡаҙасаҡ. Шулай уҡ иретеп йәбештереү-монтажлау, һынау, изоляциялау һәм башҡа эштәр күҙаллана. Иң һуңынан йылға төбө буйлап үткәргес торба һалалар.
Әле эш әүҙем дауам итә. Майҙансыҡтарға 80-дән ашыу кеше һәм 12 берәмек махсус техника йәлеп ителгән. Объект ҡала, республика һәм федераль бюджеттарҙан финанслана. Проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Стимул” программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.
– Башҡортостандың баш ҡалаһы өсөн ҙур һәм мөһим объект төҙөлөшө йылдам бара. Ҡала биләмәһен яңыртыу һәм төҙөкләндереү Өфө өсөн яңы үҫеш мөмкинлектәре асыр. Ә “Донаэродорстрой” был эшкә үҙ өлөшөн индерә, – тине һөйөнөп ошо объектты төҙөгән “Донаэродорстрой” акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Владимир Кирсанов.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/284895
Фото: ufacity.info/press/news/466501.html