

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында 375 урынға тәғәйенләнгән дөйөм белем биреү мәктәбен төҙөү барышы менән танышты.
Бинала кирбес һалыу тамамланған тиерлек, икенсе ҡаттың диуарының 85 проценты төҙөлгән, өсөнсө ҡаттың – 20 проценты. Мәктәптең яртыһына тәҙрә ҡуйылған, биҙәү эштәре башланған.
– Был объект Урал аръяғы өсөн бик мөһим. Күренеп тора, эш тиҙлеге артҡан, графикка үҙгәрештәр индерелгән. Быйылғы яңы уҡыу йылына объектты тапшырыу өсөн тейешле күрһәтмәләр бирелде. Был мәктәпте күҙәтеү аҫтында тотоуҙы дауам итәсәкмен, – тип билдәләне Андрей Назаров.
Шулай уҡ уҡыу учреждениеһы өсөн ҡорамалдарҙың һәм техниканың бер өлөшө һатып алынған.
Иҫке Сибайҙағы мәктәп төҙөлөшө - Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Мәғариф” милли проектын (национальный проект “Образование”) республикала ғәмәлгә ашырыуҙың бер өлөшө.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостан Хөкүмәте.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан