Милли проекттар
18 Июля 2022, 06:30

Дан бульварында эш нисек бара?

Ял зонаһын яңыртыу баш ҡаланың 450 йыллығына арнала.

Дан бульварында эш нисек бара?Дан бульварында эш нисек бара?
Дан бульварында эш нисек бара?

Өфө ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, баш ҡала мэры Ратмир Мәүлиев ошо көндәрҙә ҡала хужалығы мәсьәләләре буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе, унан һуң, ғәҙәттәгесә, Өфө буйлап эш сәфәренә сыҡты. Ул ҡараған объекттарҙың береһе Дан бульвары булды. Бульвар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһы буйынса төҙөкләндерелә.

Эштең дөйөм майҙаны – 1,12 гектар. Ял зонаһын яңыртыу баш ҡаланың 450 йыллығына һәм Муса Гәрәевтең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала. Әйткәндәй, ошонда уҡ данлы осоусы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исемендәге скверҙа уға һәйкәл ҡуйылған.

Яңыртылған Дан бульвары йәйәүлеләр майҙанын һәм юлын, тротуарҙарҙы, балалар бәүелсәктәрен, спорт зонаһын күҙ уңында тота. Ике яҡлап ихаталарҙа балалар һәм спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.

Ратмир Мәүлиев район етәкселегенең һәм подрядсының иғтибарын аллеяны реконструкциялау проектына ярашлы һәйкәл зонаһын төҙөкләндереү зарурлығына йүнәлтте, атап әйткәндә, ул майҙансыҡты ҡоймалауҙан баш тартырға тәҡдим итте.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: ufacity.info/press/news/466771.html

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/286817

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас