Милли проекттар
18 Июль 2022, 07:30

Тырышҡан... алтын табыр

Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды.

Тырышҡан... алтын табырТырышҡан... алтын табыр
Тырышҡан... алтын табыр

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты (нацпроект «Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.

Ошо көндәрҙә Учалы районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә мөһим инвестиция проекты ҡаралды. Инвестор Миндәк алтын табыу фабрикаһының сәнәғәт ҡалдыҡтарынан алтын табыу эшен ойошторорға ниәт итә. Проект инициаторына дәүләт программаларында ҡатнашып, өҫтәмә финанс йәлеп итеү буйынса кәңәштәр биреле.

Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас