

Борай районының Ҡарабай ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Кирбестән төҙөлгән бина “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект "Здравоохранение") ярашлы иҫкеһенә алмашҡа төҙөлдө.
Бында халыҡҡа тәүге медицина-санитария ярҙамын күрһәтеү өсөн бөтә мөмкинлектәр тыуҙырылған: тейешле медицина техникаһы, инструменттар, йыһаздар бар. Яңы медицина учреждениеһы Ҡарабай һәм Бигәнәй ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк. Һыу менән тәьмин итеү, канализация системалары эшләй. Пациенттарҙы фельдшер Люциә Шакирова ҡабул итәсәк.
"Ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктының асылыуы - халыҡ өсөн оло байрам. Хәҙер улар сифатлы тәүге медицина ярҙамын алыу мөмкинлегенә эйә. Тормошта бит көтөлмәгән, ашығыс ярҙам талап ителгән саҡтар ҙа була", – ти Ҡайынлыҡ ауыл советы башлығы Марат Фазлыев.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, һаулыҡ һаҡлау тармағы алдында торған ошо бурыстарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк: хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеү, шулай уҡ яман шештәрҙән үлем күрһәткестәрен (100 мең кешегә 185 сир осрағына тиклем) аҙайтыу, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыу (бер мең яңы тыуған сабыйға 4,5 промиллегә тиклем) һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен арттырыу.
Инновациялы медицина технологияларын, шул иҫәптән пациенттың сәләмәтлегенә иртә диагностика һәм дистанцияла мониторинг системаһын индереү, тармаҡта берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә медицина ойошмаларының үҙ-ара берҙәм эшмәкәрлеге механизмдарын булдырыу – көн ҡаҙағындағы бурыстар.
Фото: Борай районы хакимиәте.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан