

Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, әле ҡалалағы Боҙ һарайы проектҡа ярашлы төҫ алып килә. Мәғлүм булыуынса, объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) нигеҙендә төҙөлә.
Әле эшселәр стеналарҙы йөҙләү менән мәшғүл. Махсус техника боҙ аренаһы өсөн майҙан әҙерләй. Һыуытҡыс ҡорамалдар ҙа, майҙанға түшәләсәк материалдар ҙа килтерелгән. Һырғалаҡты монтажлау әүҙем бара. Эшселәр шулай уҡ елләтеү системаһын ҡора, плитә йәбештерә. Йылылыҡ селтәрҙәре 80 процентҡа монтажланған, ошо арала ҙур ҡаҙанлыҡ өсөн газ үткәрәләр.
Боҙ һарайы эргәһендәге биләмәлә лә эш ҡайнай. Унда ҡырсынташ түшәлгән, инженерлыҡ коммуникациялары өсөн траншеялар ҡаҙылған. Төҙөүселәргә бинаны тыштан көпләргә һәм күтәрмә эшләргә ҡалған.
Тиҙҙән Октябрьский халҡының хыялы тормошҡа ашып, Боҙ һарайында спорт менән һуғарылған тормош гөрләр!
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/287867
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/287867