

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала әле урман культураларын агротехник хәстәрләү йәһәтенән эш 10,7 мең гектар майҙанда башҡарылған.
– Эш күләме буйынса алдынғылар иҫәбендә – Әбйәлил, Баймаҡ, Балаҡатай, Белорет, Бөрйән, Йылайыр, Ҡариҙел, Тирлән, Учалы урмансылыҡтары, – тине министрлыҡтың урмандарҙы файҙаланыу һәм тергеҙеү, дәүләт урман реестрын алып барыу бүлеге начальнигы Альберт Закиров. – Йәш үҫентеләрҙе ваҡытында хәстәрләү уларҙың сифатын яҡшырта, киләсәктә инвентаризация үткәреүҙе еңеләйтә.
Мәғлүм булыуынса, Урманды тулыландырыу өлкәһендәге эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” федераль проектына ярашлы башҡарыла. Ул 2024 йылға урмандың кәмеүе менән тергеҙелеүе араһындағы нисбәтте 100 процент күләментә тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/287767
Фото: forest.bashkortostan.ru/presscenter/news/469602/