Милли проекттар
21 Июль 2022, 06:30

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Иранға барасаҡ

Сәфәр ике республика араһындағы кооперация бәйләнешен көйләргә ярҙам итәсәк.

Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Иранға барасаҡБашҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Иранға барасаҡ
Башҡортостан Хөкүмәте делегацияһы Иранға барасаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация, шулай уҡ төбәктең эшҡыуарҙары быйыл октябрҙә Иран Ислам Республикаһына барырға йыйына.

– Иран Башҡортостандың 10-топ контрагент илдәренә инә. Был йүнәлеш беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө булып тора. Тауар әйләнеше 2020 йыл менән сағыштырғанда 6,7 тапҡырға артыуына ҡарамаҫтан, беҙ был илгә оҙатылған тауар номенклатураһын киңәйтергә йыйынабыҙ. Әлеге ваҡытта Иранға министрлыҡ хеҙмәткәрен ебәреү мәсьәләһен ҡарайбыҙ, ул Рәсәйҙең Ирандағы Сауҙа вәкиллеге эргәһендә эшләйәсәк һәм ике республика араһындағы кооперация бәйләнешен көйләргә ярҙам итәсәк, – тип белдерҙе Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Шуны ла билдәләргә кәрәк, республика етәкселеге Иран яғы менән бер нисә осрашыу үткәрҙе, был буласаҡ эш сәфәре сиктәрендә конструктив һөйләшеүҙәргә нигеҙ әҙерләүгә булышлыҡ итте.

Быйыл апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Иран Ислам Республикаһының фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты Сорен Саттари Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы Хоҡуҡлы Илсеһе Казем Джалали, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле – Премьер-министр урынбаҫары Сергей Греков һәм Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева ҡатнашлығында осрашыу үтте.   

Һөйләшеүҙәр барышында Иран уҙаҡташтарына республика иҡтисады мөмкинлектәре күрһәтелде һәм нефть-газ тармағында, ауыл хужалығында, финанс өлкәлә һәм гуманитар бәйләнештәрҙә өҫтөнлөклө йүнәлештәр тикшерелде.

Шулай уҡ майҙа Сергей Греков етәкселегендә Башҡортостандың сәнәғәт һәм нефть компаниялары Иранда булды. Республика делегацияһы аныҡ тәҡдимдәр пакеты һәм уларҙы сәнәғәт, ауыл хужалығы, фән, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә ғәмәлгә ашырыу буйынса юл картаһы менән барҙы.

 Ирандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Казем Джалали Башҡортостан Республикаһы менән хеҙмәттәшлектең мөһимлеген билдәләне.

– Иран Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү яғында. Иран менән үҙ-ара бәйләнештәр буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан иң әүҙеме. Төрлө кимәлдәге бер нисә осрашыуҙар булды ла инде, атап әйткәндә, Иран Ислам Республикаһының Фән һәм технологиялар буйынса вице-президенты Сорен Саттари, ике ил компаниялары менән. Беҙҙең хеҙмәттәшлек йылдам үҫешә. Буласаҡ эш сәфәре Башҡортостандың да, Ирандың да предприятиеларына файҙалы булыр, тип ышанам. Шулай уҡ берҙәм проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итер, – тине Казем Джалали.   

Иранға барыу буйынса барлыҡ һорауҙар менән Башҡортостандың Тышҡы бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Башҡортостандың был халыҡ-ара эшмәкәрлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектыг (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итә.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм экспорт министрлығы.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан  

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас