Милли проекттар
21 Июль 2022, 05:00

“Сарыс” лагеры эшләй башланы

Бында әле 42 бала ял итә.

“Сарыс” лагеры эшләй башланы“Сарыс” лагеры эшләй башланы
“Сарыс” лагеры эшләй башланы

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” һәм “Демография” милли проекттары (национальные проекты “Образование” и “Демография”) нигеҙендә республикала йәйге балалар лагерҙары әүҙем эш башланы. Асҡын районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә “Сарыс” лагерында бернес смена асылды. Бында әле 42 бала ял итә.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәмил Харрасов малайҙарҙы һәм ҡыҙҙарҙы йәйге ялдың башланыуы менән ҡотланы.

– Һеҙгә яҡшы ял теләйем. Йәй мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтһен, – тине ул. – “Сарыс” лагерында үткән көндәр күңелегеҙҙә яҡшы хәтирәләр булып һаҡланһын, ошонда тыуған дуҫлыҡ ғүмерлеккә һеҙҙең менән ҡалһын. Бәләкәстәр төркөмөндәгеләр киләһе йыл өлкәндәр төркөмөнә, ә өлкәндәр вожатый булып әйләнеп ҡайтһын.

Әйткәндәй, лагерь директоры Лилиә Ғиләжева әйтеүенсә, ял ойошмаһы кадрҙар менән тулыһынса тәьмин ителгән. Бында урындағы мәктәп уҡытыусылары һәм юғары уҡыу йорттары студенттары эшләй.

– Был смена 1 августа тамамлана, икенсеһенә балаларҙы 5 августа ҡабул итәбеҙ. Ике сменала 100 бала ял итәсәк, уларҙың яртыһы – ишле һәм тормошта ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләрҙән, – тине Лилиә Ғиләжева. – Яңыраҡ асылған сменаға райондарҙан, Екатеринбург ҡалаһынан балалар килде.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/288611

Фото: askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/469680/

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас