Милли проекттар
21 Июль 2022, 03:00

Яңы премия булдырыла

Ғаризаларҙы ҡабул итә башланылар.

Яңы премия булдырылаЯңы премия булдырыла
Яңы премия булдырыла

Беренсе тапҡыр Башҡортостанда төҙөлөш һәм биләмә үҫеше өлкәһендә “Urban Awards Өфө” премияһы булдырыла. Сара республиканың Төҙөлөш һәм архитектруа министрлығы булышлығында тормошҡа ашырыла.

“Urban Awards” ойоштороу комитетының Башҡортостан Төҙөүселәре ассоциацияһы менән берлектәге башланғысында әҙер һәм төҙөлгән проекттар ҡатнаша ала. Ғаризалар проекттың күрһәтеү хоҡуғы булған, уның тураһындағы тулы мәғлүмәткә эйә девелоперҙарҙан, комплекстар милекселәренән, шулай уҡ риелторҙарҙан, консалтинг компанияларынан ҡабул ителә.

- "Urban Awards Өфө"нө ойоштороу тәбиғи, сөнки республика төҙөүселәренең ҡеүәте ҙур. Улар өсөн премия – баҙарҙа үҙ абруйыңды нығытыу өсөн шәп мөмкинлек. Һатып алыусылар өсөн был премия иң яҡшы торлаҡ һатып алыуға йүнәлтмә буласаҡ, - тип белдерҙе республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Проекттар 21 номинацияла баһаланасаҡ. Уларҙың ҡайһы берҙәре беренсе тапҡыр ойошторола. Араларында “Йәш ғаилә өсөн иң яҡшы торлаҡ”, “Архитектурала иң яҡшы төбәк стилистикаһы”, “Компаниялар төркөмө - торлаҡ төҙөлөшө күләме буйынса лидер” һәм башҡалар бар.

Барлыҡ номинанттарға ла ентекле экспертиза үткәреләсәк. Анкета мәғлүмәттәре мотлаҡ документтарҙың булыу-булмауына ла тикшереләсәк. Улар ҙа “Объектив баһалама системаһы” программаһы буйынса ҡараласаҡ. Барлыҡ проекттарҙы ла профессиональ жюри ағзалары тикшерәсәк. Майҙансыҡҡа сыҡҡанда анкеталағы мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгө ҡараласаҡ, проект үҙенсәлектәре билдәләнәсәк. Премия еңеүселәре жюри ағзалары комитетының һуңғы кәңәшмәһендә асыҡланасаҡ. Унда финалға сыҡҡандар үҙ проекттарын яҡлаясаҡ.

Еңеүселәрҙе тантаналы билдәләү 14 декабрҙә буласаҡ. Сара ҡунаҡтары шулай уҡ “Йыл девелоперы”н һәм “Йыл шәхесе”н асыҡлаясаҡ.

Әйткәндәй, “Urban Awards” премияһы 2009 йылда Рәсәйҙең ҡала торлаҡ күсемһеҙ милкен асыҡлау, заманса стандарттарҙы алға этәреү, девелопментта, төҙөлөштә, архитектурала, маркетингта һәм күсемһеҙ милек менән идара итеүҙә алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, инфраструктура һәм ҡала төҙөлөшө өсөн барлыҡҡа килгән. Өҫтәүенә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.

Фото: building.bashkortostan.ru

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас